Белгестәр өсөн Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы нигеҙендә яңы уҡыу уҙәге асылды. Эльвира 18 ҡала дауаханаһының теш табибы. Эш тәжрибәһе бай,әммә  дауалау сифатын яҡшыртыу өсөн һәр ваҡыт яңы технологияларға өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә йәш табип яңы уҡыу үҙәгенә мөрөжөғәт итергә ҡарар иткән. Йәш белгес  уҡыу барышында һәр ваҡыт тәжрибәле остаз иғтибарында. Алынған теоретик белем шунда уҡ ғәмәлдә ҡулланыла. Теш табиптарының оҫталығын арттырыу маҡсаты менән асылған уҡыу үҙәге респубикабыҙ өсөн үҙенсәлекле яңылыҡ. Бында  стоматологияның төрлө йүнәлештәренә өйрәтәләр. Мәҫьәлән, Микропротезлау. Бының өсөн бында махсус ҡорамалдар, хатта  микроскоп та бар. Уҡыу ваҡыты белем алырға теләүселәрҙең тәжрибәһенән тора. Ҡайһы берҙәр өсәр  көн уҡыһа, башҡаларға  бер нисә сәғәт тә етә. Уҡыу тамамланыуы менән белгестәргә махсус сертификат бирелә. Әйткәндәй,  18-се ҡала дауаханаһында урынлашҡан уҡыу үҙәгенә башҡа дауаханаларҙан, шәхси клиникаларҙан да белгестәр мөрәжәғәт итә ала. Башҡа төбәктәрҙән килгән теш табибтары менән  тәжрибә уртаҡлашыу ҙа уҡыу үҙәгенең планында.

 

Видео Теш табибтары белемдәрен арттыра (Новости ВГТРК Башкортостан от 20.11.2018)